Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАЛИЗ

Просмотров: 1178

КАТАЛИЗ (гр. katalysis — емерелеү), ҡатнашҡан матдәләр м‑н ваҡытлыса химик тәьҫир итешеп, һәр бер тәьҫир итешеү циклынан һуң химик составын ҡайтарырға һәләтле катализаторҙар ярҙамында химик реакциялар тиҙлеге үҙгәреүе. К. ыңғай (реакцияның тиҙлеге арта) һәм кире (реакция аҡрыная йәки баҫыла), ҡатнашҡан матдәләр һәм катализаторҙың фаза торошона ҡарап гомоген (бер фазалы), гетероген (күп фазалы), микрогетероген (коллоид хәлендәге системала) төргә бүләләр. Химик асылына ҡарап кислота‑нигеҙле К., металдарҙағы, оксидтарҙағы һ.б. К. айыралар. Фаза‑ара (ҡатнашмаусан ике шыйыҡса сигендә; катализатор — фазалар араһында реагент йөрөтөүсе), мицелляр (өҫкө йөҙҙә актив матдәләр мицеллалары ҡатнашлығында реакцияның тиҙләнеше), ферментатив (ферменттар ҡатнашлығындағы биохимик процестар) К. айыралар. Башҡортостанда сәнәғәт процестарының күбеһе, ш. иҫ. нефтехимия синтезы продукттарын (эреткестәр, ароматик углеводородтар, мотор яғыулыҡтары; синтетик каучук, химик сүстәр һ.б. етештереү өсөн мономерҙар) алыу К. ҡулланып үткәрелә. Нефть эшкәртеүҙә К. ҡулланыу б‑са тәүге тикшеренеүҙәр 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда башлана (Н.М.Шестакова, А.С.Эйгенсон һ.б.). Каталитик крекинг процесын камиллаштырыу, тәж. ҡоролмаһын үҙләштереү, бензин дистилляттарын каталитик көкөртһөҙләндереүҙе өйрәнеү, катализаторҙарҙы регенерациялау б‑са эштәр башҡарыла. 50‑се йй. аҙ. алып тикшеренеүҙәр Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның каталитик процестар бүлегендә дауам ителә. Г.А.Берг, Р.М.Мәсәғүтов һ.б. тарафынан сеймал сифатының эшкәртеү процесы һөҙөмтәһенә тәьҫире өйрәнелә, каталитик крекинг алдынан сеймалды гидротаҙартырға тәҡдим ителә. 70‑се йй. башында Салауат нефтехимия комб‑тындағы (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ындағы (ҡара: “Уфанефтехим”) ҡоролмаларҙы тәж. рәүешендә эшләтеп ҡарау был ысулдың перспективалы булыуын күрһәтә. Каталитик процестарҙы һәм улар өсөн катализаторҙар әҙерләүҙе камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр 50‑се йй. аҙ. алып М.Е.Левинтер, 70‑се йй. башлап Ж.Ф.Ғәлимов етәкс. ӨНИ‑лә, 60‑сы йй. алып НИИнефтехимда (гетерогенлы К.), 90‑сы йй. — Нефтехимия һәм катализ институтында (башлыса гомогенлы К.) үткәрелә. Шулай уҡ каталитик процестарҙы камиллаштырыу б‑са эштәр Өфө НЭЗ‑ында (А.А.Миронов, Т.И.Селиванов, М.И.Әхмәтшин һ.б.), Яңы Өфө НЭЗ‑ында (В.М.Гермаш, Г.Ф.Ивановский һ.б.), Салауат нефтехимия комб‑тында (Н.Х.Вәлитов, В.А.Потеряхин, М.Ф.Сисин һ.б.) башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Сәнәғәт катализы.

Әҙәб.: Масагутов Р.М. Алюмосиликатные катализаторы и изменение их свойств при крекинге нефтепродуктов. М., 1975; Масагутов Р.М., Морозов Б.Ф., Кутепов Б.И. Регенерация катализаторов в нефтепереработке и нефтехимии. М., 1987.

Р.М.Мәсәғүтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019