Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР

Просмотров: 1048

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР. Электрон (окисланыу, ҡайтарылыу, гидрирлау, дегидрирлау, кислород ингән тотороҡһоҙ берләшмәләр тарҡалыу — окисланыу‑ҡайтарылыу катализы) йәки протон (крекинг, гидратациялау, дегидратациялау, күп кенә изомерлаштырыу реакциялары, органик матдәләрҙе конденсациялау — кислота‑нигеҙле катализ) күсешенә бәйле К.р. айыралар. К.р. иҫәбенә ш. уҡ к‑талар ярҙамында тиҙләтеп ҡатмарлы эфирҙарҙы гидролизлауҙы, фосфор‑кислоталы катализаторҙар булғанда олефиндарҙы гидратациялауҙы, алюмосиликат катализаторҙары ярҙамында углеводородтарҙың изомерлашыуын һәм крекингын, алкиллаштырыу, полимерлашыу һ.б. индерәләр. Гомоген К.р. ваҡытында катализатор һәм реагенттар бер үк фазала була, гетероген К.р. ваҡытында катализатор үҙ аллы фаза хасил итә. Гетероген‑гомоген К.р. ҡаты хәлдәге катализатор йөҙөндә башлана, эретмәлә дауам итә. Термодинамика йәһәтенән — бөтә К.р. ҙа үҙ аллы процесс, ирекле энергияның (Гиббс энергияһы) кәмеүе м‑н бара. Гомоген радикаллы К.р. — газдарҙа (катализатор сылбырлы реакцияны башлап ебәрә), ионлылары — күбеһенсә эретмәләрҙә (реакцияны эретмәләр катализлай), молекулярҙары реакцияға инеүсе матдәләр һәм катализаторҙарҙан циклик комплекстар барлыҡҡа килтереү стадияһы аша бара. К.р. билдәле баҫым аҫтында һәм т‑рала газ йәки шыйыҡ хәлдәге реакция ҡатышмаһын катализатор өлөшсәләре м‑н тултырылған реактор аша үткәреп атҡаралар. К.р. күләм тиҙлеге (ваҡыт берәмеге эсендә катализаторҙың күләм берәмеге аша үткән газ йәки шыйыҡсаның күләме), конверсия (реакция ваҡытында әүерелдерелгән матдәнең өлөшө), сығышы (алынған продукттың баштағы матдә миҡдарына сағыштырмаһы; %‑тарҙа күрһәтелә), етештереүсәнлек (реакцияла ваҡыт берәмеге эсендә күләм берәмегендә күпме продукт барлыҡҡа килеүе) м‑н характерлана. Башҡортостанда К.р. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларындағы сәнәғәт процестарында киң ҡулланыла (ҡара: Сәнәғәт катализы). “Газпром нефтехим Салават”, “Каустик”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ларындағы, “Каучук” ЯАЙ‑ндағы күп процестар углеводородтарҙы дегидрирлау К.р. нигеҙләнгән. К.р. һәм катализаторҙарҙы әҙерләү технологияларын эшләү өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 60—90‑сы йй. НИИнефтехимда үткәрелә. К.р. б‑са тикшеренеүҙәр Нефть техник университетында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, Нефтехимия һәм катализ институтында алып барыла.

Әҙәб.: Боресков Г.К. Катализ. В 4 ч. Ч.1—2. Новосибирск, 1971; Имашев У.Б. Промышленная органическая химия на предприятиях Республики Башкортостан. Уфа, 2000.

Р.М.Мәсәғүтов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: