Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР

Просмотров: 1154

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР, билдәле ауырыуҙың классик билдәләренә өлөшләтә йәки тулыһынса тап килгән, аңлы рәүештә ҡылынған физик, химик йәки биол. тәбиғәтле тышҡы зарарлаусы факторҙар тәьҫирендә тыуҙырылған ауыртыныу торошо. Я.а. төрлө категориялы граждандар тарафынан ниндәй ҙә булһа йөкләмәнән баш тартыу (хәрбиҙәр һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар — хәрби хеҙмәт үтеүҙән, тотҡондар — яза үтәүҙән йәки уны үҙгәртеү өсөн һ.б.) өсөн алдан уйлап эшләнә. Айырыуса тире һәм тире аҫты күҙәнәкле туҡымаһы, быуындар, аш һеңдереү, тын алыу, күреү ағзалары ауырыуҙары, хирургия ауырыуҙары һәм башҡа Я.а. йыш осрай. Патологик процестың йәки ауырыуҙың характерын һәм барлыҡҡа килеүен асыҡлау өсөн тикшереүҙең клиник, инструменталь һәм лаб. ысулдарын ҡулланып суд‑медицина экспертизаһы үткәрелә. Тәфтиш органдары тарафынан Я.а. барлыҡҡа килеү урыны, ваҡыты, шарты һәм механизмдары асыҡлана. РФ ҡануниәтендә Я.а. тыуҙырған өсөн юридик яуаплылыҡ ҡаралған. Башҡортостанда Я.а. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. башынан Медицина университетында: утлы ҡоралдан яраланыу һәм ағзаларҙы боҙоуға экспертиза (В.Г.Кузнецов, В.Ф. Черваков), кенә уты орлоҡтары тыуҙырған хирургик профилле Я.а. клиникаһы һәм морфологияһы (А.И. Вишев, Р.Ю.Мөхәмәтов), суд‑мед. тикшереүе һәм Я.а. мед. диагностикаһы (А.М. Гәрәев, Мөхәмәтов) мәсьәләләре б‑са үткәрелә.

А.М.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: