Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

Просмотров: 1207

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й. алып БДМИ‑ла уҡыта, 1941 й. башлап Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта хәрби табип, 1944 й. — Иванов мед. ин‑ты уҡытыусыһы, 1946 й. алып СССР Мед. ФА‑ның Педиатрия ин‑тында (Мәскәү) эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1955 й. башлап лаб. етәксеһе. 1963— 73 йй. БДМИ‑ла: уҡыу эштәре б‑са проректор, 1965 й. алып ректор, бер үк ваҡытта 1968 й. башлап нормаль физиол. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре үҙәк нервы системаһы физиологияһын өйрәнеүгә һәм бактериаль интоксикациялар патогенезында һәм терапияһында уның ролен асыҡлауға, иртә ҡартайыуҙың үҫеш механизмдарын тикшереүгә һәм уны иҫкәртеү сараларын эшләүгә, онтогенетик үҫеш процесында диалектика закондарының сағылыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1966, 1979) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: