Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы

Просмотров: 1349

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы (16.7.1960, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Уръяҙы а.), хәрби табип. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). Мед. хеҙмәте полк. (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ГДР‑ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк мед. пункты һәм мед. хеҙмәте нач., 1989 й. алып Волга буйы хәрби округының санитария‑эпидемиология отряды начальнигы. 1992 й. башлап БДМУ‑ла эшләй: 1997 й. — уҡыу б‑са каф. нач., 2010 й. — һаулыҡ һаҡлауҙың мобилизацион әҙерләү һәм катастрофалар мед. каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге БР‑ҙа һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑рҙәренең һөнәри ауырыуҙарын, тормош сифатын, һаулыҡ торошон; заман шарттарында табиптарҙың йәшәү рәүеше һәм хеҙмәттең психосоциаль факторҙарын өйрәнеүгә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Медико‑психологическое сопровождение лиц экстремальных профессий. Уфа, 2011 (авторҙ.) 

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: