Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 847

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 708; 1939 — 606; 1959 — 380; 1989 — 279; 2002 — 267; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып билдәле. 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра һәм Яңы Ҡайынлыҡ а. нигеҙ һала. 1865 й. Ҡ. Иҫке Ҡайынлыҡ исеме м‑н теркәлгән, 96 йортта 405 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. башлап Иҫке Ҡайынлыҡ м‑н Яңы Ҡайынлыҡ ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 мәсет, тирмән, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында тоҡ тегеү, сана табаны һәм дуға яһау булған. И.Ҡ.Ғималетдинов ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019