Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРҒАЛЫ

Просмотров: 952

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын тәшкил итә, мәғдәндәре урындағы ихтыяждар өсөн ҡулланылған һәм Урта, Түб. Волга буйы терр‑яһынан алып Дон й. тиклем сығарылған. 35 мең боронғо тау ҡаҙылма байлыҡтары сығарыу урыны — шахталар, штольнялар, карьерҙар теркәлгән. Ҡ. күбеһенсә окисланған баҡыр минералдар (азурит, малахит) сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Ҡ. тау мәғдәнен файҙаланыуҙы 3 осорға бүләләр: 1‑се (б.э.т. 4‑се мең йыллыҡтың аҙағы — 3‑сө мең йыллыҡтың 1‑се ярт.), 2‑се (б.э.т. 18—13 бб.), 3‑сө (18—19 бб.).

Ҡ. тәүге тапҡыр П.И. Рычков тарафынан 18 б. 60‑сы йй. телгә алына, 1989 й. асыла һәм 1990—99 йй., 2002 й. Е.Н.Черных етәкс. РФА‑ның (Мәскәү) Археология ин‑ты экспедицияһы тарафынан тикшерелә. Бронза быуатындағы тау эшселәре һәм металлургтарының 20‑нән ашыу торамалары табылған. Бура мәҙәниәтенең Горный торамаһы (б.э.т. 17—13 бб.) айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡойолған баҡыр ҡалдыҡтары һәм һыныҡ әйберҙәр (4 меңгә яҡын); металлургия шлактары, ҙур таш сүкештәр, мәғдән онтау өсөн сүкештәр (1,5 мең) һәм ҡойоу формалары (200), балсыҡ һауыттар (110 меңгә яҡын фрагмент), ш. уҡ йорт хайуандарының һөйәктәре (2,5 млн фрагмент) табылған. Першинск, Комиссар һәм Уранбаш-көньяҡ ҡәберлектәре тикшерелгән. 108 ҡәберлек (күбеһе бура мәҙәниәте) асылған. Першинск некрополендә б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ башына ҡараған ҡойоусы ҡәберлеге айырылып тора (тығынлы балта ҡойор өсөн ҡойоу формаһы табылған).

18—19 бб. Ҡ. мәғдәндәре башлыса Көньяҡ Уралдың урманлы райондарында, Ағиҙел й. басс. урынлашҡан баҡыр иретеү заводтарында – Архангел баҡыр иретеү заводында, Благовещен заводында, Верхотор заводында, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында, Воскресенка заводында, Ҡананикольск заводында, Покровка заводында, Преображенск заводында – эшкәртелгән. 18 б. Рәсәй империяһы баҡырының сирек өлөшөн Ҡ. мәғдәненән иреткәндәр.

Әҙәб.: Черных Е.Н. Каргалы. Забытый мир. М., 1997; Каргалы: в 5 т. М., 2002—2007.

Е.Н.Черных

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: