КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы
КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы (16.7.1961, Өфө ҡ.), кардиолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). РФ‑тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023), БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Республика кардиология диспансерында эшләй: 2000 й. алып баш табип урынбаҫары, 2004 й. — баш табип; 2012 й. — Клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән ауырығандарҙың үлемен кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программалар эшләүгә, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге булған пациенттарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыуға һ.б. арналған. К. ҡатнашлығында коронар артерияларҙың миокардиаль күперсектәрен модификацияланған фармакологик стресс‑эхокардиография алымы менән яраламайынса дифференциаль диагностикалау ысулдары һ.б. эшләнгән.
Х е ҙ м.: Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Уфа, 2009 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина