Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАРАКТА

Просмотров: 985

КАТАРАКТА (гр. katarrhaktēs — шарлауыҡ), ҡараҡылау, күҙ яҫмығының өлөшләп йәки тотош тоноҡланыуына бәйле күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән К. айыралар; ябай һәм өҙлөгөүле К. була; тоноҡланыуҙарҙың урынына һәм формаһына ҡарап капсуляр, алғы һәм артҡы поляр, үҙәк К. айыралар. Иң йыш осрағаны — йәшкә бәйле (ҡартлыҡ) К. Катаракта үҫешенә шәкәр диабеты, гипопаратиреоз, күҙ ауырыуҙары (глаукома, миопия, увеит), күҙ яҫмығы йәрәхәттәре һ.б. сәбәпсе була. Төп симптомдары: күреү һәләте түбәнәйеп, уны оптика ярҙамында төҙәтеп булмау, әйберҙәрҙең формаһы боҙоҡ күренеү һ.б. Диагностикалауҙа биомикроскопия һәм офтальмологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: хирургик — тоноҡланған күҙ яҫмығы алына һәм уның урынына интраокуляр линза имплантациялана (ультратауышлы факоэмульсификация һ.б.), һирәк осраҡта — оптик коррекция (күҙлек, контакт линзалар). Ян‑яҡҡа ҡараған ҡылыйлыҡ, күҙ яҫмығына бәйле глаукома, һуҡырлыҡ кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. К. иҫкәртеү саралары — күҙҙе йәрәхәттәрҙән һәм насар тәьҫирҙәрҙән һаҡлау. Башҡортостанда 100 мең кешегә К. м‑н ауырыусылар һаны: 2007 й. — 1866, 2009 й. — 1883, 2011 й. — 1934. К. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып Медицина университетында һәм Күҙ ауырыуҙары институтында алып барыла. Йәрәхәт м‑н бәйле К. диагностикалау ысулдары (Ф.З.Нуғаева), тыумыштан булған (М.Т.Аҙнабаев, Р.Ә.Аҙнабаев, Р.Ғ.Бабичева, И.С.Зәйҙуллин), ш. иҫ. яңы тыуған балаларҙа К. (М.Т.Аҙнабаев) диагностикалау һәм дауалау тәртибе; глаукома трахома м‑н бергә килгәндә (Д.М.Дәүләтшин, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, Л.Е.Чемоданова), иридопластика (В.К.Суркова) һәм ультратауыш (Б.М.Аҙнабаев, М.Т.Аҙнабаев, А.Г.Ҡаҙаҡбаев) ҡулланып хирургик дауалау алымдары, яһалма күҙ яҫмығының төрлө төрҙәрен күсереп ултыртыу методи‑ каһы (Б.М.Аҙнабаев, М.Т.Аҙнабаев, М.А.Ғиззәтуллина, М.Ш.Әбсәләмов, З.Ф.Әлимбәкова) камиллаштырыла.

Әҙәб.: Азнабаев Б.М. Ультразвуковая хирургия катаракты — факоэмульсификация. М., 2005.

М.Т.Аҙнабаев

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: