Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘЙҮМОВ Фәрит Әмирйән улы

Просмотров: 1327

ҠӘЙҮМОВ Фәрит Әмирйән улы (12.11.1934, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), гистолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1960 й. тиклем Ҡырмыҫҡалы р‑ны Алайғыр дауаханаһы мөдире, 1963 й. алып БДМУ-ла уҡыта (1989—99 йй. гистология каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре “әсә‑һуңғылыҡ‑яралғы” системаһында, ш. иҫ. йөклө ҡатындарҙа гестоз булғанда, метаболик гомеостазды өйрәнеүгә; баш мейеһе, бауыр, талаҡ һ.б. ағҙалар йәрәхәтләнгәндә трансплантология проблемаларына; хайуандарҙың олон күҙәнәктәрен үҫтереүгә һәм һынауға, күсереп ултыртыуға  арналған. Ҡ. тарафынан күп кенә ауырыуҙарҙы диагностикалағанда тикшереүҙең цито‑ һәм гистохимик ысулдары эшләнгән, улар БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Органосохраняющая и миниинвазивная хирургия селезёнки. М., 2004 (авторҙ.); Цветной атлас по цитологии, эмбриологии и гистологии. Уфа, 2008 (авторҙ.); Трансплантация селезёночной ткани и стволовых клеток в эксперименте и клинической практике. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: