Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘЙҮМОВА Әлиә Фәрит ҡыҙы

Просмотров: 728

ҠӘЙҮМОВА Әлиә Фәрит ҡыҙы (4.8.1961, Өфө), физиолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ф.Ә.Ҡәйүмовтыңҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып шунда уҡ эшләй (2000 й. алып нормаль физиология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре химик матдәләр, ш. иҫ. 2,4‑дихлорфеноксиуксус к‑таһы һәм полихлорланған бифенилдар нигеҙендәге гербицидтар тәьҫир иткәндә ҡан системаһындағы структур‑функциональ һәм метаболик үҙгәрештәрҙе, арҡа мейеһенең эритробластик утрауҙарында күҙәнәктәрҙең үҙ‑ара йоғонтоһо механизмдарын өйрәнеүгә арналған. Ҡ. тарафынан химик матдәләр тәьҫирендә ҡан системаһындағы боҙолоуҙарҙы коррекциялау методикаһы эшләнгән. И.П.Павлов ис. Рәсәй физиологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (2001 й. алып). 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нормальная физиология: учеб. М., 2009 (авторҙ.); Физиология и основы анатомии: учеб. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019