Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛЮЧИ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 615

КЛЮЧИ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1163 кеше; 1920 — 1224; 1939 — 939; 1959 — 527; 1989 — 184; 2002 — 236; 2010 — 170 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. К. (Арбаш) 207 йортта 886 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тимерселек кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1850 й. төҙөлгән), училище, 11 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, сиркәүмәхәллә мәктәбе, 20 тимерлек, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән; шөғөлдәр араһында арба һәм тәгәрмәс яһау булған. 1920 й. Оло һәм Кесе К. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: