Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУБЫЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 712

ҠУБЫЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 125 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1578 кеше; 1920 – 2213; 1939 – 1618; 1959 – 1526; 1989 – 1445; 2002 – 1329; 2010 – 1212 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Әхирәттәр”, “Умырзая” башҡ. халыҡ фольклор ансамблдәре), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өфө‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып билдәле. 1795 й. 39 йортта 220 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта – 707 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, 2 мануфактура һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған. Ф.Ғ.Ғәлимйәнов, Ф.К.Ғәлимова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019