Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 672

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Зәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 921 кеше; 1920 — 1126; 1939 — 950; 1959 — 550; 1989 — 325; 2002 — 245; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1749 й. алып билдәле. Һуңыраҡ бында хеҙмәтле татарҙар һәм типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 17 йортта 138 кеше йәшәгән, 1865 й. 77 йортта — 460 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Ғ.Ғимранов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019