КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында
КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мауыҙҙы һәм Сабаҡты күлдәре буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 811 кеше; 1959 — 1296; 1989 — 735; 2002 — 352; 2010 — 342 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. марганец мәғдәне ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлағандан һуң Күсем руднигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1960—94 йй. халҡы Геологоразведка ҡасабаһы кешеләре м‑н бергә иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Мауыҙҙы археологик ҡомартҡылар комплексы бар.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов