Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРУНД, минерал

Просмотров: 984

КОРУНД (немецса Korund), оксидтар класы минералы, Al2O3. Кристалдары мискә, бағана һ.б. формала. Төрҙәре: ҡыҙыл үтә күренмәле — ҡыҙыл яҡут (составында 2%‑ҡа тиклем Cr2O3 бар), зәңгәр — зәңгәр яҡут (составында титан һәм тимер ҡушылдыҡтары бар) һ.б.; яҡшы айырымлашҡан К. — алмас шпаты. Агрегаттары бөртөклө. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәр, ҡыҙыл; ҡатылығы 9, тығыҙлығы 3950—4040 кг/м3. БР‑ҙа Ағиҙел й. бассейны йылғаларының аллювиаль ултырмаларында һирәк кенә ваҡ (0,5 мм бәләкәйерәк) бөртөктәр формаһында ҡыҙыл яҡут осрай. К. — наждак (урындағы метаморфик тоҡомдар) составының төп өлөшө булып тора. К. һәм наждактар абразив һәм өлөшләтә утҡа сыҙамлы материал булараҡ ҡулланыла; үтә күренмәле төрҙәрен аныҡ приборҙар эшләүҙә, зәргәрлек эшендә файҙаланалар. Техник маҡсаттарҙа һәм зәргәрлек өсөн сәнәғәт масштабында синтетик К. етештерелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. И.М.Япаров



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.02.2023