Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЫСИН Николай Иванович

Просмотров: 941

КРЫСИН Николай Иванович (20.4.1938, БАССР‑ҙың Шишмә районы Дмитриевка а.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (2012). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефть” берекмәһендә: 1965 й. алып “Пермвостокнефтеразведка” тресында технологик бүлек начальнигы, 1968 й. — баш инженер, 1969 й. — Көңгөр разведка быраулауы идаралығының баш инженеры, начальник урынбаҫары, 1974 й. башлап Пермь нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында эшләй, бер үк ваҡытта 2009—21 йй. Пермь милли тикшеренеү политехник университетында уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү, ҡаҙылмаларға бай ҡатламдарҙы асыу технологияларын камиллаштырыу менән бәйле. К. тарафынан балсыҡлы һәм балсыҡһыҙ быраулау эретмәләренең ҡушылмалары, уларҙы ҡулланыу, депрессияла, нығытыу торбалары менән беркетелгән скважинала ҡаҙылмаларға бай ҡатламдарҙы асыу технологиялары уйлап табыла.

  Х е ҙ м.: Проблемы и перспективы вскрытия продуктивных пластов при отрицательном дифференциальном давлении в системе “скважина—пласт”. Пермь, 2003 (авторҙ.); Применение щелевой гидропескоструйной перфорации при вторичном вскрытии продуктивных пластов. СПб., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные темы рубрикатора: