Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 906

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды файҙаланыуҙы көйләү пр‑тиеһы. 1946 й. “Ҡыҙыл Танып”, “Боевик”, “Еңеү” артелдәре базаһында Ҡалтасы район яғыулыҡ пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Ҡалтасы район сәнәғәт комбинаты, 1974 й. — Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты, 1987 й. — Ҡ.у.с.х., составына Борай, Мишкә һәм Тәтешле ағас-таҡта әҙерләү пункттары ингән; 1999 й. башлап “Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты” МУП, 2005 й. ябыла. Ҡ.у.с.х. тәҙрәләр, ишектәр, саналар, арбалар, дуғалар, тәгәрмәстәр, сана табандары, һаптар, һалабаш, һалабаш таҫмалары, ҡаптар, септә, күмер, дегет һ.б. продукция сығара. 70‑се йй. башында паркет, мискәләр, мебель һ.б. етештереү башлана. 1973 й. 0,5 млн һумлыҡ, 1988 й. 3,4 млн һумлыҡ продукция етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Д.Ғ.Күскилдин, Р.Р.Рәхимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: