ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ
ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ, 1902 й. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал а.) Ҡарлыман шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойошторола. Завод составына ҡур яһау, йыуыу, сүпрәләү, әсетеү бүлектәре, пар бинаһы, келәттәр ингән. Сеймал итеп картуф һәм арыш файҙаланылған. 20‑се йй. Ҡ.с.з. иген келәттәре, спирт һаҡлағыс төҙөлгән. Б.В. һуғышы йылдарында спирт оборона сәнәғәтендә дары һәм резина яһау өсөн ҡулланылған. 1962 й. алып Ҡ.с.з. Өфө спирт з‑дының Булгаков бүлексәһе составына инә, 1964 й. Ҡарлыман спирт цехына үҙгәртелә, 1983 й. иң юғары таҙа спирт һәм “Экстра” спиртын сығарыу үҙләштерелә, 1985 й. завод икмәк ҡуры етештереүгә күсә. 1988 й. башлап Ҡ.с.з. “Башспирт” берекмәһе составында, 1989 й. — спирт етештереү эше тергеҙелә, 1997 й. — “Алтын быуат” Өфө спирт-араҡы комбинаты филиалы, “Люкс” спиртын сығарыу үҙләштерелә, 2003 й. ябыла.
А.Р.Мәсәғүтова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина