Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАК-БУЯУ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1272

ЛАК-БУЯУ СӘНӘҒӘТЕ, химия сәнәғәтенең лак, буяу, эмаль һ.б. етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 20 б. уртаһында үҫешә башлай, 1947 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дына (ҡара: “Каучук”) нигеҙ һалына. 60‑сы йй. лак-буяу материалдары етештереү йылына 5—10 мең т, 70‑се йй. — 10—14, 80‑се йй. — 15—18 мең т тәшкил итә. Етештерелгәндең 70%‑тан күберәге конденсацион ыҫмаланан алынған лак һәм эмалдәр, ҡуйы ыуаланған майлы буяуҙар (ҡара: Лак һәм лак-буяу материалдары) була. 2004 й. тармаҡ 13 пр‑тие һәм производствонан тора, иң ҙурҙары “Авангард”, Өфө лак-буяу заводы, “Уфаоргсинтез”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы. 2004 й. БР‑ҙа химия сәнәғәте етештереү күләменең 0,8%‑ы Л.‑б.с. өлөшөнә тура килгән (ҡара: табл.); 1,2 мең хеҙм‑р эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында лак-буяу продукцияһы етештереү, т

Продукция төрҙәре

1980

2000

2004

2007

2009

Конденсацион ыҫмаланан алынған лактар

6597

303

258

573

240

Конденсацион ыҫмаланан алынған эмаль, грунтовка һәм шпатлёвка

8

11

1073

Целлюлоза эфирынан алынған лак, эмаль, грунтовка һәм шпатлёвка

563

5364

179

97

Лак-буяу материалдары өсөн эреткестәр һәм йыуҙыртҡыстар

676

76

11

12

Ҡуйы ыуаланған майлы буяуҙар

3548

524

4

596

600

Шыйыҡ ыуаланған майлы буяуҙар

1460

79

40

33

Әлиф

4916

8215

3399

124

78

Полимеризацион ыҫмаланан алынған лак, эмаль, грунтовка һәм шпаклёвка

198

820

1189

155

Силикат лак, эмаль, грунтовка һәм шпаклёвка

571

30

27

24

Һыуҙа тарҡалыусан буяу һәм грунтовкалар

44

561

755

711

Онтаҡ буяуҙар

17

233

301

6

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019