Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАБАЕВ Сәһриәр Ғабдрахман улы

Просмотров: 1364

МУЛЛАБАЕВ Сәһриәр Ғабдрахман улы [1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сураҡай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1977, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Беренсе донъя һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Төрки телен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Б.В. һуғышы осоронда айырыуса әүҙем ижад итә. “Гитлерҙың һуғыш асыуы һәм әйләнеп ҡасыуы”, “Их, минең шинелем”, “Окопта тыуған уйҙар”, “Рус һәм башҡорт” һ.б. бәйеттәрендә тиҙ арала фашизмды еңеүгә ышаныс тойғоһо сағыла, совет һалдаттарының батырлыҡтары, халыҡтар дуҫлығы данлана. Революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәтен, фольклорын яҡшы белгән. “Бер тигәс, ни яман?” башҡ. ҡобайыры унан яҙып алынған. Әҫәрҙәре ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында (авторҙың үҙе тарафынан 1976 й. тапшырыла) һаҡлана, уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2‑се кит. Өфө, 1982. 

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Ә.М.Сөләймәнов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019