Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы

Просмотров: 1359

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы (21.1.1959, БАССРҙыңӘлшәй рны Раевка ҡсб), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). А.Т.Мәсәлимовтың ағаһы. Мәскәү полиграфия интын тамамлаған (1988; педагогы М.П.Митурич). 1989 й. алып Башҡн “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1992—95 йй. БРҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы белгесе. Ижадының төп йүнәлеше — китап графикаһы. Дәүләт флагы(1994; О.Е.Асабина мн берлектә), Парламент тарихы музейы интерьеры 7 „"282001; Н.Ш.Шакиров мн берлектә), БРҙың Миәкә һәм Хәйбулла рндарының гербтары һәм флагтары (икеһе лә — 2008) проекттары авторы. Респ. нәшриәттәре мн хеҙмәттәшлек итә, 1 меңдән ашыу китапты баҫмаға әҙерләгән. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019