Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы

Просмотров: 1074

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы (2.4.1962, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка ҡсб), спортсы. Дельтаплан спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005) һәм республика категориялы судья (1999), үтә еңел авиация спорты буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2017). РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). У.Т.Мәсәлимовтың ҡустыһы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1984). ДОСААФ тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.Н.Даниленко, В.В.Мысенко). Күпбәйгелә БДБ чемпионы (2013), БДБ кубогын яулаусы (2008), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000, 2005), айырым күнекмәләр буйынса Евразия (2019) һәм Рәсәй (1995, 2015) чемпионы, Рәсәй кубогын яулаусы (1995), РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1986, 1988), РСФСР (1989) һәм Рәсәй (1993) чемпионаттарының бронза призёры, команда зачётында РСФСР (1986—87, 1989) һәм Рәсәй (1993, 1997, 2006) чемпионы, РСФСР (1991) һәм Рәсәй (1992, 1999, 2005, 2015) чемпионаттарының көмөш призёры, Евразия (2019) һәм РСФСР (1988, 1990) чемпионатының бронза призёры. РСФСР (1987 й. алып), Рәсәй (1992 й. алып) йыйылма командаһы ағзаһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022