Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВА Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы

Просмотров: 1354

МӘҺӘҘИЕВА Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8.2.1965, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Һаҡмар ҡсб), журналист. РФ‑тың атҡаҙанған журналисы (2021), БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Журналистар союзы ағзаһы (1995). Филология фәндәре кандидаты (2009). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) “Башҡортостан пионеры” гәзитендә бүлек мөдире, 1990 й. — Йәшлек гәзитендә бүлек мөдире, 1991 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 2001 й. башлап “Аҙна” (Өфө ҡ.) гәзитенең баш мөхәррире, 2006 й. — Башҡортостан ТРК ДУП‑ының махсус проекттар баш редакцияһы, 2011 й. — тел‑ара коммуникациялар хеҙмәте етәксеһе, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 2016 й. башлап БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, 2017 й. — “Ватандаш” журналының баш мөхәррире. БР йәштәр матбуғаты тарихы тураһында фәнни‑популяр мәҡәләләр серияһы һәм уҡыу әсбаптары, балалар өсөн “Аҡбай ҡалаға бармай” (2006) әкиәте, “Ауыл малайы” (2013) повесы авторы. “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” (“Семь чудес Башкортостана”; 2009) телевизион республика акцияһын ойоштороусы, “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” (“Башкортостан в годы Великой Отечественной войны”; 2010) телетапшырыу циклының, “Көндәлек” (“Дневник”; 2012—13) тапшырыуының авторы һәм мөхәррире. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: