Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨНӘРСЕЛЕК КӘСЕБЕ

Просмотров: 864

ҺӨНӘРСЕЛЕК КӘСЕБЕ, баҙар өсөн тәғәйенләнгән йорт кәсебе. Башҡортостан терр‑яһында Һ.к. 19 б. уртаһында киң тарала. Уның үҫешенә Крәҫтиән реформаһы һәм крәҫтиәндәрҙең ҡатламдарға бүленеүе булышлыҡ итә. Күмәс бешереү, ит, кирбес эшләү, тимерселек, итек тегеү һ.б. кәсептәр таралған. Башҡорттарҙа күбеһенсә ағас әйберҙәр: мискә, биҙрә, йыһаз, һауыт‑һаба, арба һ.б. яһау (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, Туҙҙан эшләнгән өй кә­рәк‑ярағы) үҫешкән. Был әйберҙәрҙең күпселеге ағас эшкәртеү м‑н тотош ауылдар шөғөлләнгән Бөрө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә етештерелгән. Ҡайһы бер улустарҙа сабата үреү, дегет ҡайнатыу, кейеҙ баҫыу, көршәк яһау, тире иләү (ҡара: Күн эше), һарыҡ тиреһен эшкәртеү, итек тегеү, йөн тетеү (мәҫ., Бөрө өйәҙенең Борай а. 14 йортта итек тегеү, 22‑һендә кейеҙ баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр; Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡырмыҫҡалы а. 21 йортта кирбес етештергәндәр, Өфө өйәҙенең Тәкәй а. 103 йортта мискә яһағандар) таралған. Златоуст ҡ. аш һауыт‑һабаһы һ.б. металл әйберҙәр эшләү кәсептәре киң үҫеш алған. Өфө һәм Златоуст өйәҙҙәрендә, Благовещен заводының һөнәрселек оҫтаханаларында а.х. ҡорамалдары етештерелгән. 19 б. аҙ. Златоуст өйәҙендә (700‑ҙән ашыу кеше) тирә‑яҡтағы крәҫтиәндәр һәм алыпһатарҙар өсөн һуҡҡыс һәм елгәргес; Өфө өйәҙендә (150‑нән ашыу кеше) елгәргес эшләнгән. Ырымбур губернаһында кәзә дебетенән әйбер етештереү үҫеш алған (ҡара: Шәл). 80‑се йй. губернала 4 меңгә яҡын, 90‑сы йй. уртаһына ҡарата 9,4 мең шәл бәйләүсе булған. Дебеттән эшләнгән әйберҙәргә заказ биреү һәм Мәскәү, Түб. Новгород, Петербург ҡҡ., Европа һәм АҠШ‑ҡа һатып ебәреү м‑н алыпһатарҙар шөғөлләнгән. 1901 й. Өфө губ. 4 өйәҙендә Һ.к. м‑н 2296 башҡорт йорто (Бәләбәй өйәҙендә — 301, Бөрө өйәҙендә — 247, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 1642, Өфө өйәҙендә — 106) шөғөлләнгән. 1910 й. һөнәрселәр хужалығының 12%‑ы ялланма хеҙмәттән файҙаланған.

О.С.Павлова, Д.П.Самородов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: