КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы
КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы [27.9.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ районы Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 8.10.1993, Мәскәү ҡ.], философ. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҮК‑нда эшләй. 1967—93 йй. МДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Америка һәм немец философияһы тарихына, кеше, социаль ваҡыт, тарих философияһы проблемаларына арналған.
Х е ҙ м.: Проблема гуманизма в современной американской философии. М., 1978; Социальный биологизм: природа и идеологическая направленность. М., 1984; Философия истории Гегеля. М., 1988.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов