Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ

Просмотров: 1606

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ, йыл ваҡытын бүлеү, иҫәпләү һәм регламентлау йәһәтенән тарихи яҡтан ойошҡан система, традицион йолалар һәм байрамдар циклын, хужалыҡ һәм көнкүреш практикаһын, ш. уҡ төрлө ышаныуҙарҙы һәм фольклорҙы барлыҡҡа килтерә. Башҡорттарҙа Х.к. (ҡояш һәм ай календарын үҙ эсенә ала) тәбиғәт күренештәре м-н тығыҙ бәйле була. Һәр календарь системаһы билдәле функция башҡара. Тәүҙә башҡорт Х.к. 12 йыл цикллы (мөсәлле) төрки календарына нигеҙләнә, унда һәр йыл хайуан атамаһы м-н бирелгән: сысҡан, һыйыр, барыҫ, ҡуян, ылыу (аждаһа), йылан, йылҡы, ҡуй (һарыҡ), маймыл, тауыҡ йәки әтәс, эт, дуңғыҙ (сусҡа). Һәр йыл айырым билдәләр һәм ышаныуҙар м-н бәйле булған: сысҡан һәм һыйыр йылы уңышлы, барыҫ – муллыҡ йылы; ҡуян һәм маймыл – йот һәм аслыҡ; аждаһа – ямғырлы һәм уңышлы; йылан – ҡоролоҡло, йылҡы – һалҡын һәм йот, һуғыштар йылы; ҡуй йылында ҡыш һалҡын көтөлгән, әммә ул уңайлы һәм уңышлы йыл тип иҫәпләнгән; тауыҡ һәм эт йылдарына һалҡын һәм оҙон ҡыш тура килгән; сусҡа йылында мул ямғырҙар, сәйәси болалар көтөлгән. Ҡояш календары һәм бөрөж, һуңынан христиан календары б-са йыл миҙгелдәре, йәйләүгә сығыу, һуңыраҡ а.х. эштәре (ҡара: Игенселек) ваҡыты билдәләнгән. Ислам ҡабул ителгәндән һуң һижрәт б-са йыл иҫәбе индерелгән, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң параллель рәүештә григориан календары ҡулланылған. Мосолман байрамдары яйлап традицион байрамдар һәм йолалар составына ингән. Йыл 4 миҙгелгә (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш) бүленгән. Һәр ай башы григориан календары б-са 22-се көнгә тура килгән. Яңы йыл (науруз) 21 март төнөнән 22-һенә ҡаршы үткәрелгән. Һәр ай атамаһы тәбиғәт күренештәре, миҙгелдәр йәки а.х. эштәре м-н бәйле булған. Айҙарҙың атамаларын төрки һәм ғәрәп телендә йөрөтөү таралған (ҡара: 1-се табл.). Аҙна көндәренең атамалары фарсы теленән — “шәмбе”, “йэк” (бер), “дү” (ике), “сэ” (өс), “чахар” (дүрт) һәм ғәрәп теленән — “йома” (аҙна) — килеп сыҡҡан. Шулай уҡ Ҡояш системаһының планеталары исемдәренә бәйле аҙнаның башҡа атамалары булған (ҡара: 2-се табл).

Н.В.Бикбулатов, Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: