Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы

Просмотров: 1130

ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы [10.2.1933, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], быраулаусы. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1981), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). 1953 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) Бәләбәй быраулау контораһында, 1964—67 йй. “Башюгнефтеразведка” тресының (Ишембай ҡ.) Иҫәнғол быраулау контораһында, 1969 й. — Бәләбәй нормалдәр һәм металл эшләнмәләр з‑дында эшләй; 1970—94 йй. Бәләбәй быраулау эштәре идаралығында: 1972 й. башлап быраулау мастеры, 1993 й. — нефть сығарыу цехы мастеры. 1967—69 йй. Һиндостанда эшләй. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987). БАССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982), “Почёт Билдәһе” (1977) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Илл.: Ә.Ф.Латипов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: