Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨРСӘЛИМ ИТ КОМБИНАТЫ

Просмотров: 1287

МӨРСӘЛИМ ИТ КОМБИНАТЫ, 1976 й. Салауат р‑нында ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1995 й. алып ААЙ, 2000 й. ябыла. Составына һуғым, тире эшкәртеү, колбаса, һыуытыу цехтары; мал ҡабул итеү базаһы ингән. 2000 й. 142 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. А.А.Москвичёв, А.С.Мөфлиханов Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡалтай а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы. 1735 й. Ур й. тамағына Ырымбур экспедицияһы (1734—44) походында мишәрҙәр отрядына (500 кеше) етәкселек итә. 1736 й. апр.—майында М.Х. отряды Яҡуп Сынмырҙин м‑н берлектә Төлкөсура Алдағолов отрядына, июндә капитан Голчин командаһы м‑н — Себер даруғаһының Танып улусы Боғҙан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) янында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыша. Властарға Йосоп Арыҡов, Ҡотоҡай, Төлкөсура Алдағолов һ.б. эше т‑да хәбәр еткереп тора. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

А.А.Москвичёв, А.С.Мөфлиханов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: