КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1
КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Ғафури р‑нында урынлашҡан. 1849 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1912 й. — 4 класлы, 1913 й. — 5 класлы башланғыс мәктәп, 1918 й. — 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1925 й. фабрика‑завод ете йыллыҡ мәктәбе, 1928 й. тулы булмаған урта мәктәп (1934 й. — №1), 1943 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡыу оҫтаханалары, баҡсаһы, тамаша һәм спорт залы һ.б. бар. 1937 й. алып мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында Ю.В.Антипин. 1941—43 йй. мәктәп бинаһында эвакуацияланған Курск һөнәрселек уч‑щеһы урынлаша.
Әҙәб.: Курмаев В.Н. Очерки истории Табынского края. Уфа, 1994.
Г.В.Петров
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина