Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1076

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ, 1958 й. киске тау‑механика техникумы булараҡ асыла, 1979 й. алып тау‑механика техникумы, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: менеджмент, хоҡуҡ белеме, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа м‑н тәьмин итеү, компьютер системаларын программалау, биналар, ҡоролмаларҙы төҙөү һәм файҙаланыу, электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, йылылыҡ м‑н тәьмин итеү, йылылыҡ‑техник ҡорамалдар, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу. К.т.к. эргәһендә пр‑тие эшселәрен һәм инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙе 60 һөнәр б‑са әҙерләү, яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү б‑са уҡыу курсы комб‑ты эшләй (2001). Китапханаһы, 2 музейы, уҡытыу‑производство оҫтаханалары, һауыҡтырыу комплексы, спорт һәм тренажёр залдары, кондитер цехы һ.б. бар. 13,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012), улар араһында А.К.Панов.

А.В.Лапин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: