Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРБАН БАЙРАМЫ

Просмотров: 1387

ҠОРБАН БАЙРАМЫ, Ҡ о р б а н ғ ә й е т е, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Зөлхизә айының (һижрәттең 12‑се айы) 10‑сы көнөндә, хаж тамамланған көндә башлана, 3—4 көн дауам итә. Ҡ.б. тарихы Ҡөрьәндә бәйән ителгән Ибраһим пәйғәмбәргә (Библияла Авраам) Алла тарафынан тоғролоғон тикшереү өсөн ебәрелгән һынау м‑н бәйле. Ибраһим, балаһын Аллаға ҡорбан итергә тейешлеге т‑да төш күреп, берҙән‑бер улы Исмәғил м‑н Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) эргәһендәге Мина үҙәненә килә һәм уға Алла ихтыярын үтәргә теләүе т‑да һөйләй. Алланың ҡарарына күнеп, Исмәғил ҡорбан салыу урынына ятып, бысаҡтан салынырын көткән ваҡытта, уларҙың тоғролоғона инанған Алла, мәрхәмәтлек күрһәтеп, ҡорбанға һарыҡ бәрәсе алырға була. Шул ваҡыттан алып Ҡ.б. билдәләнә. Бөтә донъя мосолмандары иртә м‑н тороп, тәһәрәт ала, таҙа кейем кейеп, мәсеткәбара, фажр намаҙы уҡый, унан тәҡбир әйтә, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡый, байрамдың барлыҡҡа килеүе һәм әһәмиәте, Аллаға шөкөр итеү т‑да хөтбәләр тыңлай, шунан һуң Ҡ.б. төп йолаһын башҡара — ҡорбан сала. Кәмселеге булмаған ҡорбан малы (дөйә, үгеҙ, һыйыр, бәрән йәки кәзә) алырға хәле еткән һәр мосолман был йоланы башҡарырға тейеш, тип һанала. Ит өс өлөшкә бүленә, береһе дөйөм табынға ҡуйыла, икенсеһе туғандарға, күршеләргә таратыла, өсөнсөһө фәҡирҙәргә хәйер итеп бирелә. Был көндәрҙә мәрхүм туғандарҙың ҡәберенә барыу, ҡунаҡҡа йөрөү, бүләктәр биреү, ҡорбан ашына саҡырыу сауап булып тора. БР‑ҙа 1992 й. алып Ҡ.б. беренсе көнө ял ителә торған байрам көнөтип иғлан ителгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019