Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ

Просмотров: 1918

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ, мосолман календарының әһәмиәтле көндәре (ҡара: Һижрәт). М.б. Ҡорбанбайрамы; Ураҙабайрамы; Мәүлит — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө (датаһы билдәһеҙ булғанлыҡтан, вафат булыу көнөнә тура килтерелгән, Рабиғел әүүәл айының 12се көнө); Рағаиб (Рәжәп айының тәүге йомаһы) — пәйғәмбәрҙең ата- әсәһе — Ғабдулла мн Әминәнең никахлашыу көнө; Рәжәп (Рәжәп айының 27се көнө) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Алла тәхетенә (Ғәрешкә) күтәрелгән көнө (легендаға ярашлы, ул был төндә Иерусалим ҡ. барған, пәйғәмбәрҙәр мн намаҙ уҡыған, күктең ете ҡатына күтәрелгән, Алла тәхете алдына барған һәм уның мн әңгәмәләшкән); ЛәйләтәлҠәҙер (Рамаҙан айының 27се көнө) —Ҡәҙер кисе (был төндә Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөрьән төшөрә башлай); Яңы йыл (Мөхәррәм айының тәүге көнө); Йома — мосолмандарҙың бергәләп ғибәҙәт ҡылыу көнө, уларҙың мәсеттә намаҙ уҡыуы һәм хөтбә тыңлауы һ.б. инә. Башҡортостанда совет власы йылдарында М.б. үткәреү дингәҡаршы пропаганда (ҡара: Атеизм) арҡаһында ҡатмарлаша, шулай ҙа ҡайһы бер байрамдар билдәләнә. Байрам ғәйете имамхатиптың вәғәзенән, Ҡөрьән сүрәләре уҡыуҙан, намаҙһәм тәҡбир әйтеүҙән торған. 1990 йй. башынан БРҙа М.б. күбеһе үткәрелә.

М.Ғ.Вәлиева, Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: