Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛЕВЕР

Просмотров: 1483

 

КЛЕВЕР (Trifolium), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Австралияла һәм Африканың таулы райондарында таралған. Башҡортостанда К. 11 төрө үҫә: болон, йәки ҡыҙыл; гибрид, йәки алһыу; һырылыусан, йәки аҡ һ.б. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабаҡтары төҙ, түшәлеүсән йәки һырылыусан, бейеклеге 25—100 см тиклем. Япраҡтары ҡатмарлы, өсәрле. Сәскәләре ваҡ, аҡ, һары, ҡыҙыл, алһыу төҫтә. Сәскәлеге — тумалаҡ. Емеше — 1, һирәгерәк 2 орлоғо булған ҡуҙаҡ. Урман ситендә, болонда, ваҡ ҡыуаҡлыҡта һ.б. ерҙә үҫә. К. — декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлектәр; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙа болон К. үҫтерелә. Морфол. һәм биол. үҙенсәлектәре б‑са болон К. 2 типҡа бүленә: һуң өлгөргән, йәки бер тапҡыр сабыла торған (ужым тибындағы үҫемлек), һәм иртә өлгөргән, йәки ике тапҡыр сабыла торған (яҙғы тип). Башлыса һуң өлгөрөүсе К. үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,6—1,8 г. Һыуыҡҡа сыҙамлы, дым яратҡан үҫемлек, үҫтереү өсөн бер аҙ әсе һәм нейтраль тупраҡ яраҡлы, һыу баҫыуға 10—12 көндән артыҡ сыҙамай. Төп элгәрҙәре — аралыҡлы культуралар һәм ужым иген культуралары. К. яҙғы иген культуралары ҡапламы аҫтында яҡшы үҫә. Рәт буйлап сәсеү ысулы м‑н сәсеү нормаһы (мал аҙығына) 12—16 кг/га, киң рәтле (орлоҡҡа) — 4—6 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 1—3 см. Уңдырышлылыҡ (ц/га): йәшел масса — 265, бесән — 60, орлоҡ — 1,8; 100 кг йәшел массала 22,8 мал аҙығы берәмеге һәм 3,0 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Тәтешле р‑нының “Рассвет” ЯСЙ, 2006). Йәшел мал аҙығы, бесән итеп һ.б. ҡулланыла. К. сорттарын сығарыу һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Аграр университетта (С.Н.Надежкин, А.В.Яфаев һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, В.А.Михеев һ.б.) үткәрелә. К. башлыса төньяҡкөнсығыш урмандала зонаһында һәм төньяҡ урмандала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са К. респ. селекционерҙары сығарған Архангельский местный, Уфимский 1 һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Яфаев А.В. Культура клевера красного в Башкирии. Уфа, 1975; Надежкин С.Н. Травы для культурных пастбищ и сенокосов Южного Урала. Уфа, 1980; Надежкин С.Н., Кузнецов И.Ю., Баймиев Х.М. Клевер луговой. Уфа, 2006.

С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: