Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы

Просмотров: 1216

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы (12.7.1954, Ырымбур ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1980, В.С.Петров класы) 1985 й. тиклем Ульяновск юғары хәрби команда элемтә училищеһы оркестры дирижёры, 1986—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрының художество етәксеһе һәм дирижёры. 2000—02 йй. Рәсәйҙең Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе — М.Ф.Эрмлер). 2002 й. алып БДОБТ, бер үк ваҡытта 2004—10 йй. БР‑ҙың Милли симфоник оркестры дирижёры һәм 2011 й. тиклем ӨДСИ уҡытыусыһы. Юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрын ойоштороусы. Дәүләт гимны, 60‑тан ашыу оркестр (“Байрам маршы”, “Киске Өфөлә”) һәм фортепиано (“Башҡорт полькаһы”, “Ноктюрн”) пьесалары, башҡ. шағирҙары һүҙҙәренә ижад ителгән 40‑ҡа яҡын йыр һәм романс авторы, башҡ. композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡ. халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. РФ Ҡораллы Көстәренең штаттағы хәрби оркестрҙарының начальниктары-хәрби дирижёрҙары конкурсы лауреаты (Өфө ҡ., 1991, 1992). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Э.Ә.Әхмәтшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: