Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҠСАНОВА Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы

Просмотров: 1562

ИҠСАНОВА Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14.3.1951, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыйғаҙытамаҡ а.), хор дирижёры, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1978; З.Х.Ғөбәйҙуллина класы), ӨДСИ‑не (1983, Э.Х.Ғәйфуллина класы; 1999, А.И.Корякин курсы) тамамлаған. 1983—2006 йй. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 2001 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта Хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2007 й. башлап “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. 2002 й. Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тында (Химки ҡ.; етәксеһе — СССР‑ҙың халыҡ артисы В.Н.Минин) стажировка үтә. “Милый мой хоровод” урыҫ йыры ансамбленең һәм Аксаков С.Т. исемендәге баҡса эргәһендәге “Сылтыр шишмә”, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Өфө хәтирәләре” (икеһе лә — 2010) башҡ. йыры ансамблдәренең (бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе. Башҡорт филармонияһында үткәрелгән театрлаштырылған тамашалар, юмор һәм сатира кисәләре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей кисәләре сценарийҙары авторы һәм режиссёры.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: