Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛБАЕВА Зәйтүнә Зариф ҡыҙы

Просмотров: 1071

ИЛБАЕВА Зәйтүнә Зариф ҡыҙы [23.2.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 5.10.1983, Өфө], йырсы (лирик сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1942). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1938; Е.А.Милькович класы) БДОБТ солисы, 1952 й. алып Башҡ. филармонияһының худ. етәксеһе, 1955 й. — солисы, 1961—66 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы. Башҡ. опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хәрәкәтсән, еңел тауышҡа эйә була; вокаль һәм актёрлыҡ оҫталығын оҫта яраштырып, сағыу образдар тыуҙыра: Фердинанда (“Тирмәнсе ҡыҙы”; дебют, 1938), Ольга (“Һыуһылыу” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский), Оксана (“Бейек үксәле ситек” — “Черевички”, П.И.Чайковский), Айһылыу (“Һаҡмар”, М.М.Вәлиев), Ҡарасәс (“Азат”, Р.Ә.Мортазин), Ҡарлуғас (Н.К.Чемберджиҙың ш. уҡ исемдәге операһы) һ.б. И. концерт репертуарында “Ағын һыу”, “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ҡолой кантон”, “Шәүрә” һ.б. оҙон башҡ. көйҙәре бар. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

М.П.Фоменков

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: