Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЯКИН Николай Яковлевич

Просмотров: 1005

ИНЯКИН Николай Яковлевич (3.1.1932, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Лопатино а., хәҙ. Өфө эсендә, — 10.11.1974, Өфө), композитор, педагог. Композиторҙар союзы ағзаһы (1964). Ҡазан консерваторияһында уҡыған (1950—52; А.С.Леман класы), Рига консерваторияһын тамамлаған (1955; А.П. Скулте класы). 1957—65 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1959 й. алып халыҡ ҡоралдары бүлеге мөдире), 1964—68 йй. Гнесиндар ис. муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктында, 1970—74 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. И. муз. теле моңлолоҡ, тәьҫирлелек, сағыу образлылыҡ м‑н айырыла. Эштәре араһында “Дауылғош” (“Буревестник”; 1955) симфоник поэмаһы, скрипка һәм симфоник оркестр өсөн (1953), баян һәм халыҡ ҡоралдары оркестры өсөн (1961), баян һәм симфоник оркестр өсөн (1971) концерттар, халыҡ ҡоралдары оркестры өсөн “Һабантуй” (“Сабантуй”; 1972) сюитаһы, ҡыллы квартеттар, вокаль‑хор һәм инструменталь әҫәрҙәр, йырҙар, башҡ. халыҡ көйҙәрен эшкәртеүҙәр һ.б. Уҡыусылары араһында Р.А.Заһретдинов, РФ‑тың һәм БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре В.В.Башинский һәм В.Е.Данилов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре А.М.Берников һәм В.В.Чалов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ю.В.Смирнов.

Г.С.Ғәлина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: