Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИРӘМӘЛ”, йыр

Просмотров: 1258

“ИРӘМӘЛ”,Ирәмәле”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. “И.” варианттары беренсе тапҡыр С.Ә.Галин тарафынан 1962 й. Силәбе өлк. яҙып алына, тексы “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар” (1974) йыйынтығында баҫтырыла; ш. уҡ Д.Ж.Вәлиев башҡарған яҙмаһы бар. Тыуған илгә һәм яҡын кешеңә тәрән хис м‑н һуғарылған лирик‑эпик йыр. “И.” Ватан һуғышына (1812) бәйле ижад ителгән. Бер вариантының шиғри тексы бергәләп һуғышҡа киткән яңы өйләнешкән егет м‑н ҡыҙ араһындағы диалог формаһына ҡоролған. “И.” көйөнөң төҙөлөшө текстың ярты строфаһын биләгән әҙ биҙәкле ике һөйләмдән тора. Йырҙы башҡарыусылар араһында Т.Х.Үҙәнбаева, М.Ә.Шаимова.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983; Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: