Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы

Просмотров: 1105

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы [21.3.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ирсай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 2.1.1999, Йошкар‑Ола], хор дирижёры, комп., муз.‑йәмәғәт эшмәкә- ре. Мари АССР‑ының Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). РСФСР‑ҙың (1960) һәм Мари АССР‑ының (1942) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1933; А.В.Александров класы) Йошкар‑Олала эшләй: 1966 й. тиклем муз.-театраль уч‑ще уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1954 й. тиклем Мари филармонияһы эргәһендәге Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм дирижёры; 1952 й. алып Мари АССР‑ының Композиторҙар союзы рәйесе, 1956—65 йй. яуаплы секретары. Мари хор капеллаһын ойоштороусы (1933; хәҙ. А.Искәндәров ис. Мари капеллаһы). Комп. ижадында вокаль‑хор музыкаһы төп урынды алып тора: И.Осмин һәм М.Казаков шиғырҙарына “Тыуған яҡ” (“Край родной”; 1960) кантатаһы, Осмин шиғырына вокаль‑бейеү сюитаһы (1961; икеһе лә Л.Н.Сахаров м‑н берлектә). Лирик йырҙар, мари халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, драма спектаклдәренә музыка авторы, 200‑ҙән ашыу мари халыҡ йырын нотаға һалған. И.С.Палантай ис. Мари респ. мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын ойоштороусыларҙың береһе (1931). Мари АССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1981). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981). И. исеме Мари филармонияһына һәм БР‑ҙың Мишкә р‑ны Ирсай урта мәктәбенә бирелгән. Тыуған ауылында И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кондратьев А.А. Эшпаи – музыканты и композиторы из Кокшамар. Уфа, 2003.

Э.А.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: