Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы

Просмотров: 1514

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы (26.5.1946, Мәскәү ҡ.), композитор, пианист. Проф. (2005). БР‑ҙың халыҡ артисы (2012), РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). З.Ғ.Исмәғилевтең ҡыҙы. 1966—68 йй. Ҡазан консерваторияһында (А.С.Леман класы) уҡыған. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын (Мәскәү, 1972; Г.И.Литинский класы) тамамлағандан һуң ӨДСИ‑лә уҡыта: 1979 й. алып композиция каф. мөдире, 1990—91 йй. фәнни эштәр б‑са проректор; бер үк ваҡытта  2013 й. башлап БР Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. И. сәнғәтенә Европа музыка мәҙәниәтенең традицион жанрҙарын, композиция ҡоролоштарын фольклор сығанаҡтары һәм 20 б. композиция техникаһы м‑н берләштереү хас. Композитор ижадының стилистикаһы нигеҙендә — фольклор традицияларына яңы интонация биреү, пентатониканы, хроматиканы кластер гармонияһы м‑н ҡатнаштырыу принцибы. И. әкиәти “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”; 1998), лирик-фәлс. “Арҡайым” (“Аркаим”; 2005) һәм “Альгамбра раузаһы” (“Роза Альгамбры”; 2012) балеттарын ижад итә, уларҙа тембр ярҙамындағы кәүҙәләнештең сағыу үҙгәреүсәнлеге, интонацион-тематик структура  тәьҫирлелеге  аша композиторҙың театраль фекерләүе асыҡ күренә. Оркестр м‑н фп. (1968) һәм оркестр м‑н скрипка (1982) өсөн концерттарына, “Атайҙар ере” (“Земля отцов”; 1972) симфониялар циклына, Н.Нәжми шиғырҙарына тауыш һәм оркестр өсөн поэмала (1981), Һ.Таҡташ шиғырҙарына тауыш һәм оркестр өсөн “Таҡташ-симфония”һына (“Такташ-симфония”; 1987), “Хужа Насретдин” балетынан сюиталарға (1986, 1990) драматургия ҡоролошон диалог формаһына һалыу хас. Ғ.Хәйәм робағиҙарына ҡатнаш хор һәм камера-инструменталь ансамбль өсөн яҙылған “Мәңгелек шиғыр” (“Немеркнущий стих”; 1980) ораторияһы, Бас һәм симфоник оркестр өсөн поэмаһы (1989) драматик экспрессия һәм үҫеш масштаблылығы м‑н айырылып тора. Камера  әҫәрҙәре тәрән субъектив-психологик нигеҙгә ҡоролған: Камера симфонияһы (1998), Ҡыллы квартет (1973), флейта, гобой, 2 скрипка, альт, виолончель, фп. һәм литавралар өсөн октет (1978), фп. өсөн соната (1975), Н.Нәжми шиғырҙарына романстар (1970) һ.б. Ҡурсаҡ театрында ҡуйылған А.Матюшкиндың “Хаэнго утрауы сере” (“Тайна острова Хаэнго”) спектакленә музыка авторы (1990). Пианист И. репертуарында – үҙенең фп. әҫәрҙәре. П.И.Чайковский ис., Мәскәү консерваторияһы, С.‑Петербург акад. филармонияһы, Кембридж ун‑ты (Англия), Дрезден (Германия), София (Болгария) һәм Торревьеха (Испания) филармонияһы һ.б. концерт залдарында сығыш яһай. Уҡыусылары араһында И.И.Хисаметдинов. РСФСР Композиторҙар союзының Д.Шостакович ис. пр. (1978), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2018) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Октет для флейты, гобоя, двух скрипок, альта, виолончели, фортепиано и литавр. М., 1985; Концерты для скрипки с оркестром. М., 1990. Вып.4; Фортепианные сочинения. Т.1. Уфа, 2006.

Әҙәб.: Скурко Е.Р. В неустанном творческом поиске //Музыкальная жизнь. 1982. №5; Давыдова Э. По родной тропе //Ватандаш. 2004. №9; Половянюк И.В. Балет “Аркаим”: символика и современность //Музыкальная академия. 2006. №4.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: