Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КӘМӘЛЕК”, йыр

Просмотров: 1037

“КӘМӘЛЕК”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. А.С.Ключарёв тарафынан ҡурайсы Ҡансуриндан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. Йырҙың һәм уның варианттарының артабанғы яҙмаларын Л.Н.Лебединский, Н.Д.Шоңҡаров башҡара. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Риүәйәт б‑са, йырҙы уны һоратыу өсөн иртә яҙҙан юлға сығып, Кәмәлек й. аша сыҡҡанда батып үлгән һөйгәненә арнап йәрәшелгән ҡыҙы ижад иткән. Көйҙөң үҙенсәлеге амбитустың юғары өлөшөн әүҙем файҙаланыуҙан ғибәрәт. Башҡарыусылар араһында Я.Ф.Аҡмырҙин, Ю.И.Ғәйнетдинов, К.М.Дияров, М.А.Ҡаҙаҡбаев һ.б. К.Й.Рәхимов — симфоник оркестр, ш. уҡ скрипка һәм фп. өсөн, Б.И.Шестаков тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. “К.” көйөн Р.Ә.Мортазин 2‑се симфонияһында ҡулланған (1957).

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019