Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЛОВ Таһир Таузах улы

Просмотров: 1205

КАМАЛОВ Таһир Таузах улы (2.6.1962, Өфө ҡ. — 4.1.2021, шунда уҡ), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995). Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлағандан һуң (Мәскәү ҡ., 1989; В.М.Кожухарь класы) БДОБТ дирижёры, 1992—2011 йй. БР Милли симфоник оркестрының генераль директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижёры, бер үк ваҡытта 1989 й. алып ӨДСА уҡытыусыһы һәм студенттар симфоник оркестры етәксеһе. Милли симфоник оркестрҙы, “Ағиҙел” (“Белая река”) Халыҡ‑ара симфоник һәм хор музыкаһы фестивален (Өфө ҡ., 1993 йылдан алып) ойоштороусы. “Бах фестивале” (“Баховский фестиваль”; 1998—2004), “Музыкаль хазинанан” (“Из музыкальной сокровищницы”; 1993—97), “Оркестр саҡыра” (“Оркестр приглашает”), “Раштыуа осрашыуҙары” (“Рождественские встречи”; икеһе лә — 1997 й. алып), “Евразия күпере” — “Рәсәй. Егерменсе быуат...” (“Евразийский мост” — “Россия. Век двадцатый...”; 2006—11; бөтәһе лә — Өфө ҡ.) концерттар циклын ойоштороусы һәм уларҙың художество етәксеһе. Германия, Польша, Украина, Швейцария, Япония симфоник оркестрҙары менән сығыш яһай. Халыҡ‑ара башҡарыусылар һәм дирижёрҙар конкурсы лауреаты (Женева ҡ., Швейцария, 1997). 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

О.Я.Старикова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2021