Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР

Просмотров: 1784

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР. 1992 й. Өфө “Шәрек” ТРК‑ның симфоник оркестры булараҡ ойошторола, 1994 й. алып “БР‑ҙың М.с.о.” ЯАЙ, 1996 й. — БР‑ҙың Милли симфоник оркестры. Ойоштороусыһы — Т.Т.Камалов. Беренсе концерты 1992 й. 5 окт. Сәнғәт училищеһында, тәүге гастролдәре 1997 й. Мәскәүҙә була. Оркестрҙың репертуарында — донъя классикаһы, хәҙ. акад. музыка, эстрада музыкаһының, джаздың билдәле әҫәрҙәре. М.с.о. төп музыканттары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары А.В.Воронин, Т.В.Кривоногова, А.Р.Моратова, В.Г.Сёмин, И.Д.Табылдина, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.В.Шабрин. М.с.о. эшенең төп йүнәлештәренең береһе — башҡ. симфоник музыкаһын (ҡара: Симфония); З.Ғ.Исмәғилев, Л.З.Исмәғилева, А.М.Ҡобағошов, Р.Ә.Мортазин, С.Ә.Низаметдинов, Н.Ғ.Сабитов, Р.Н.Сабитов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәрен популярлаштырыу (1999—2000 йй. “Башҡорт симфоник музыкаһы антологияһы”ның 9 альбомы яҙылған). Даими рәүештә “Бах фестивале” (“Баховский фестиваль”), “Музыкаль хазинанан” (“Из музыкальной сокровищницы”), “Оркестр саҡыра” (“Оркестр приглашает”), “Раштыуа осрашыуҙары” (“Рождественские встречи”), “Шлягер- концерттар” (“Шлягер‑концерты”) фестивалдәрен һәм концерттарын; “Оперетта менән осрашыу” (“Встреча с опереттой”), “Музыкаль көләмәстәр” (“Музыкальные анекдоты”), “Опера сәхнәһе йондоҙҙары” (“Звёзды оперной сцены”) муз. кисәләр ойоштора; балалар өсөн “Музыка ҡоралдары донъяһында” (“В мире музыкальных инструментов”) , “Музыкаль әкиәт” (“Музыкальная сказка”), “Бейеү донъяһына сәйәхәт” (“Путешествие в мир танца”), “Музыкаль тамашалар” (“Музыкальные представления”) һ.б. концерт программалары м‑н сығыш яһай. Н.Ә.Дауытовтың “Халҡым йырҙары” вокаль‑симфоник циклы, Р.Ғ.Ҡасимовтың 2‑се, 7‑се симфониялары, Д.Д.Хәсәншиндың “Әйтеш” (“Айтыш”) һәм “Әйтеш-II” (“Айтыш‑II”) симфоник картиналары, А.К.Березовскийҙың “Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”) балеты музыкаһы, ш. уҡ М.с.о. өсөн махсус ижад ителгән М.Х.Әхмәтовтың Триада симфониялары [2‑се “Варган‑синфония”, 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» («По прочтении башкирского эпоса “Урал-батыр”»), 4‑се “Реквием — оҙон көй” (“Реквием — узун-кюй”)], А.Д.Хәсәншиндың Симфоник оркестр өсөн 1‑се сюитаһы, 2‑се кон__ церты һ.б. М.с.о. башҡарыуында тәүге тапҡыр яңғырай. М.с.о. м‑н А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре һәм ТР‑ҙың халыҡ артисы Р.Ю.Абязов, С.Р.Арғынбаева, С.Ә.Асҡаров, И.М.Ғәзиев, СССР‑ҙың халыҡ артисы Е.В.Образцова, Опера һәм балет театры дирижёрҙары М.Ә.Әхмәтзарипов, Ф.Ф.Иҙрисов, Г.Ким, А.Д.Вакульский, РФ‑тың атҡ. артистары Д.Крамер, В.П.Овчинников, РСФСР‑ҙың халыҡ артисы Н.А.Петров, Р.Н.Юлдашев һ.б. хеҙмәттәшлек итә. М.с.о. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), ТР‑ҙа БР мәҙәниәте көндәрендә (2011), Халыҡ-ара симфоник һәм хор музыкаһы фестивалендә (Өфө, 1993—2002; Ырымбур ҡ., 1999), Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә (Өфө, 1995), Халыҡ-ара симфоник музыка фестивалендә (Эль- Джем ҡ., Тунис, 1997) ҡатнаша. Халыҡ-ара симфоник музыка фестивале лауреаты (Эль‑Джем, 2004). Художество етәкселәре һәм баш дирижёрҙары: Камалов (1992 й. алып), Р.С.Сөләймәнов (2011 й. алып), Р.Ә.Яҡупов (2015 й. алып баш дирижёр). Дир.: В.В.Белов (2003 й. алып), Камалов (2010 й. алып), В.Г.Рихтер (2011 й. алып), Воронин (2014 й. алып). 

О.Я.Старикова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019