Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕРМОНТОВ Николай Юрьевич

Просмотров: 929

ЛЕРМОНТОВ Николай Юрьевич (17.5.1867, Кострома ҡ. – 4.4.1949, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың һәм БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (икеһе лә — 1947). М.Ю.Лермонтовтың алыҫ туғаны. РСФСР һәм БАССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1892) Губерна идараһының (Калуга ҡ.) кесе инженеры, һуңынан граждан инженеры, 1917 й. һуң Губерна земствоһы (Ярославль ҡ.) архитекторы, 1932—47 йй. “Башпроект” Башҡ‑н проект‑планлаштырыу тресының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 40‑сы йй. Өфө коммуналь‑төҙөлөш техникумында уҡыта. “Башкиргражданпроект” ин‑тының үҫешенә үҙ өлөшөн индерә, Башҡ‑н бүлексәһенең Архитекторҙар союзын ойоштороуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе. Өфөнөң байтаҡ йәмәғәт биналары проекттарын эшләүҙә ҡатнаша. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте (пейзаж, анималистик жанр) өлкәһендә эшләй.

Хеҙм.: Город Уфа. М., 1948 (авторҙ.).

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Воронцов И.В. Поколенная роспись рода Лермонтовых. М., 2004.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019