ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич
ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич (3.10.1814, Мәскәү – 15.7.1841, Пятигорск ҡ., 1842 й. Пенза губ. Тархан а. күсереп ерләнгән), урыҫ шағиры. Л. ижадында гражданлыҡ, фәлс. һәм тәрән шәхси мотивтар тығыҙ бәйләнгән. Ул урыҫ шиғриәтенә героик яңғыраш, уй һәм тойғоларҙы бығаса булмаған энергия м‑н биреү, киң һәм үҙенсәлекле аһәң м‑н билдәләнгән шиғыр интонацияһын индерә. “Уйҙар” (“Дума”; 1838), “Яманһыу ҙа, күңелһеҙ ҙә” (“И скучно, и грустно”; 1840), “Пәйғәмбәр” (“Пророк”; 1841) шиғырҙарында, “Мцыри” (1839) поэмаһында һ.б. ысынбарлыҡтан төңөлөү, ирекле һәм тынғыһыҙ шәхес идеалы т‑да һағыш сағыла. “Бородино” (1837), “Шағир” (“Поэт”; 1838), “Ватан” (“Родина”; 1841) һ.б. әҫәрҙәре патриотизм, гражданлыҡ пафосы м‑н һуғарылған. “Иблис” (“Демон”; 1839) поэмаһы – ғәҙелһеҙлеккә, яңғыҙлыҡ трагедияһына ҡаршы шәхес бунты идеяһының символик кәүҙәләнеше. Тәрән ижтимағи һәм психологик йөкмәтке м‑н һуғарылған “Беҙҙең заман геройы” (“Герой нашего времени”; 1840) романы – Л. реалистик ижадының юғары нөктәһе. Яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәрендә башҡ. темаһы сағылыш тапҡан. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғаларына арналған “Вадим” (1833—1834, тамамланмаған) романында башҡорттарҙың Пенза, Сембер, Түбәнге Новгород, Һарытау губ. сапҡындары т‑да телгә алына [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. “Монго” поэмаһында (1836 й. м‑н билдәләнә) шағир үҙен етеҙ башҡ. атында сабып барыусы итеп күҙ алдына килтерә [“Бышҡырып, оҙон ялын сайҡай //Уның менгән ҡола аты, //Башҡорт далаларының бәхетле улы” (“Храпя, мотает длинной гривой //Под ним саврасый скакунок, //Степей башкирских сын счастливый”)]. Уның күп әҫәрҙәре Б.Бикбай, С.Кулибай, Х.Мохтар, Р.Ниғмәти һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Башҡорт драма театрында Л. “Ғашҡ‑гәриб” (“Ашик‑Кериб”; 1837), Урыҫ драма театрында “Маскарад” (1835) әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуйыла. Уның шиғырҙарына Х.Ф.Әхмәтов тарафынан романстар циклы яҙыла (1988); С.Ә.Низаметдиновтың “Memento” операһында шағир образы ижад ителә. Өфө, Бөрө, Сибай һ.б. ҡалаларҙа, респ. ауылдарында Л. исеме м‑н урамдар аталған. Өфөлә “Лермонтов үҙәге” эшләй.
Әҫәрҙ.: Тамань. Өфө, 1935; Беҙҙең заман герое. Өфө, 1938; Поэмалар. Өфө, 1949.
Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия: лит.‑краевед. очерки. Уфа, 1985.
Р.Б.Әхмәҙиев
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов