Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил

Просмотров: 1629

ҠОЛДӘҮЛӘТ Рәмил (ысын исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы; 30.5.1958, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. – 12.1.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981 й. алып Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй, 1988 й. башлап — “Китап” нәшриәте, 1994 й. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте хеҙм‑ре, 1995—97 йй. Милли Йәштәр театрының әҙәби мөхәррире. “Ямғыр алдынан” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1986 й. сыға. Ҡ.‑Д. шиғриәтенә экспрессивлыҡ, образлылыҡ, ассоциативлыҡ хас. “Һигеҙенсе мөғжизә” (1991) шиғри йыйынтығына һәм “Егет һүҙе” (1997) коллектив йыйынтығына ингән әҫәрҙәренең нигеҙендә — Башҡортостан яҙмышы хаҡында уйланыуҙар, милли яңырыуға саҡырыу. “Һарысәс”, “Бермуд өсмөйөшө”, “Шартлап китһен донъяһы!” һ.б. драма әҫәрҙәрендә хәҙ. әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Ҡ.‑Д. пьесалары БР театрҙарында ҡуйылған. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1995).

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡарауыл!!!: пьесалар. Өфө, 1996.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: