Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы

Просмотров: 1382

ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған (1948). 1937—39 һәм 1951—52 йй. “Ленинсы”, 1939 й. “Яшь сталинче” (“Йәш сталинсы”, Ҡазан), 1945—50 йй. “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1952 й. алып “Кызыл таң” гәз. хеҙм‑ре. 1958—78 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты мөхәррире. “Аҙым” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1940 й. сыға. “Фронтовик уйҙары” (1942), “Күңел ҡояшы” (1990), “Йәшлек хаттары” (1993) һ.б. шиғыр һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы. Шиғырҙарына комп. Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йыр яҙған. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Ҡ. исеме Ҡанаҡай урта мәктәбенә бирелгән, ихатаһында уға һәйкәл ҡуйылған, бында яҙыусының музейы эшләй. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1968; Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 1986; Былбылым: шигырьләр. Казан, 1969.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: