Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 1282

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. янында Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1954—55 йй. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1979 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 120 м, киңлеге 80 м) ур (бейеклеге 0,5—0,7 м) һәм соҡор м‑н нығытылған. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте (муйыны һәм яурындары тирәләй бәләкәй генә соҡорло һәм тешле биҙәк төшөрөлгән, көршәк һәм туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттар), бер нисә Ананьин мәҙәниәте (муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк м‑н уратылған, горизонталь бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө туҫтаҡ рәүешендәге һауыттар) һәм Ғафури тибындағы (муйыны һәм яурындары тирәләй ҡыя һыҙыҡтар һәм кәкерсәктәр төшөрөлгән көршәк рәүешендәге ҡалын тышлы һауыттар) һауыттарҙан тора. Ҡаласыҡта баҡыр уҡ башаҡтары, ҡойоу формалары, һөйәк әҙерләмәләр, элмәк, тире эшкәртеү ҡоралдары, ҡалаҡ табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, һөйәктән әйберҙәр яһау, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Ананьин һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәте халҡының үҙ‑ара йоғонто яһау, Ағиҙел й. басс. төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра. К.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. 

Әҙәб.: Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: