Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич

Просмотров: 579

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич, яҙыусы. “Ҡояшты эҙәрләгәндә” (“В погоне за солнцем”), “Иблес ҡаны” (“Кровь дьявола”) романдары, “Яҡты донъя буйлап” (“По белу свету”) хикәйәләр циклы, Марокколағы азатлыҡ өсөн көрәш т‑дағы “Риф республикаһы” (“Республика Риф”; 1931), “Астурия баррикадаларында” (“На баррикадах Астурии”; 1935) һәм Испаниялағы революция т‑дағы “Пиренеялағы уттар” (“Огни на Пиренеях”) һ.б. китаптар авторы. 20‑се йй. Башҡортостанда йәшәй: 1924 й. — “Власть труда”, 1925—26 йй. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. һәм “Огни Востока” ж. мөхәррире. “Һаҡмар буйындағы йорт” (“Домик на Сакмаре”; 1929) романында Башҡортостандың революцияға тиклемге һәм революция (1917) осоро яҡтыртылған.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: